Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Синоптиктар иртәгә республикала 12 градус йылы буласағын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Иртәгә, 6 октябрҙә, синоптиктар Башҡортостанда көндөҙ 12 градусҡаса йылы буласағын фаразлай. Төндә лә температураның бер аҙ күтәрелеүе күҙаллана. Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, киләһе төндә республикала -2, +3 буласаҡ. Урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төндә көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көньяҡтан, ваҡыты менән көсәйеүсән.

Ял көндәрендә лә ошо миҙгел өсөн һәйбәт һауа торошо һаҡлана. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә көндөҙ термометр бағанаһы +13 градусҡаса күтәреләсәк.

«Кесаҙна Урал алдының төньяҡ райондарында һауа температураһы үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ, ә көньяғында йылытыуға табан бара. Төбәктә яуым-төшөм ихтималлығы аҙ», — тип аңлатма бирә «Фобос» үҙәге белгестәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть