Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан патриотик клип төшөргән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата клип төшөргән. Патриотик видеороликты байрам алдынан 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары яҙҙырған.

Дүрт минутлыҡ клипҡа Өфөнөң төп иҫтәлекле урындары һәм баш ҡалабыҙҙың күркәм күренештәре ингән. Уҡыусылар ошо байрамдың берҙәмлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ билдәһе икәнлеген күрһәтеү өсөн клипта ҡурай моңдарын һәм өс йырҙы файҙаланған. Клип Башҡортостан гимнын (Р. Бикбай һәм Р. Шәкүр һүҙҙәренә Ф. Иҙрисов көйө) башҡарыу менән башлана, артабан видеояҙма «Песняры» ансамбленең билдәле «Уголок России» (В. Шаинский көйө, Е. Шевелева шиғыры) йыры менән дауам итә. Өсөнсөһө — А. Туҡтағоловтың В. Бәҙретдинов шиғырына ижад иткән «Мәктәбем» йыры.

Клиптың аҙағында уҡыусылар Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары төҫөндәге шарҙар тотоп, йөрәк формаһында теҙелеп баҫа. Шул рәүешле М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 3, 6 һәм 7 класс уҡыусылары тыуған төйәгенә һөйөүен белдергән. Режиссерҙар булып Гүзәл Шакирйәнова һәм Дилара Ҡаһарманова сығыш яһаған, видеоны Рәмил Фазлетдинов эшкәрткән. Проектҡа 42-се лицей директоры урынбаҫары Гөлсара Хәтмуллина етәкселек иткән, тип хәбәр итә Октябрь районы хакимиәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть