Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ебәреүен дауам итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Республика башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә. Уларҙың һәммәһе лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында туплана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, башҡорт дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы проектын әҙерләгәндә барлыҡ тәҡдимдәр ҙә ентекле өйрәнеләсәк һәм иғтибарға алынасаҡ. Иң яҡшы идеяларҙы Башҡортостан Башлығы указы буйынса булдырылған телдәргә ярҙам фондынан финанслауға тәҡдим итеү ҡаралған.

Республика халҡы «лингвистик акция »ға әүҙем ҡушылды. Күпселек тәҡдимдәр башҡорт телен популярлаштырыуға ҡағыла, шул иҫәптән мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында. Мәҫәлән, тәҡдимдәрҙең береһе – кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы булған популяр йәнһүрәттәрҙе башҡорт теленә тәржемәләү тураһында. Уҡырға өйрәнгән бәләкәстәр өсөн ике телдә (башҡортса һәм русса йәки башҡортса һәм инглизсә) үҫтереүсе китаптар сығарырға тәҡдим итәләр. Улар республиканың күпселек магазиндарында һатыуҙа булырға тейеш.

Башҡорт телендә аралашмаған уҡыусылар өсөн дәрестәрҙе «өлкәндәр» тормошо өсөн файҙалыраҡ итергә, мәҫәлән, уҡыусыларҙы аралашыу телмәре нигеҙҙәренә һәм башҡорт телендәге документтар менән эш итергә өйрәтергә тигән тәҡдимдәр бар. Бер юлы бер нисә автор үҙҙәренең хатында мәктәптә башҡорт теле дәрестәренә тыуған яҡты өйрәнеү элементтарын өҫтәргә: төбәктең тәбиғәте, йәнлектәр донъяһы, тарихы һәм мәҙәни мираҫы хаҡында һөйләргә тәҡдим итә.

Шулай уҡ башҡорт телендә конкурстар уҙғарыу, өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу һәм хатта популяр lingualeo ресурсы кеүек телде онлайн-уҡытыу өсөн айырым мәғариф платформаһын булдырыу кәрәклеге хаҡында тәҡдимдәр яңғырай.

Идеяларҙы һәм тәҡдимдәрҙе kurultay-ufa@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Ошо адресҡа тағы ниндәй тәҡдимдәр килгәнлеген «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.

Башҡортостан мәктәптәрендә туған телдәрҙең нисек уҡытылыуы тураһында «Телем минең — дуҫым минең» махсус проектында белергә мөмкин.

Башҡортостандағы халыҡтар һөйләшкән телдәрҙе айыра беләһегеҙме, юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн тест үтегеҙ.

Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн 10 кәңәш – һылтанма буйынса.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть