Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала Өршәк йылғаһы аша күпер ваҡытынан алда асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Республика көнө алдынан Өфө районында Фомичев-Булгаков-Федоровка автомобиль юлында Өршәк йылғаһы аша күпер асыла. Ул 2017 йылдың май аҙағында ремонтҡа ябылғайны. Эштәр графиктан алдараҡ барҙы, шуға күрә объект ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырыла. Күперҙе асыу тантанаһы 6 октябргә киске сәғәт 5-кә билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.

Өршәк йылғаһы аша күпер Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектын һәм Өфө агломерацияһының транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу барышында ремонтланды.

Эштәрҙең заказсыһы – Өфө районы хакимиәте, подрядсыһы – «Дормост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ремонт эштәренең хаҡы яҡынса 22 миллион һум тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть