Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәгебеҙҙә октябрҙә ҡар яуғандан һуң тәбиғәт тағы ла бер көтөлмәгән бүләк әҙерләгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда октябрҙә ҡар яуғандан һуң тәбиғәт тағы ла бер көтөлмәгән бүләк әҙерләгән. Октябрьскийҙа йәшәүселәр сираттағы ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренешенә шаһит булды. Ҡала ихаталарының береһендә сирень сәскә атҡан. Сәскәләре аҙ булһа ла, уларҙан ысын яҙ еҫе сыға, тип яҙа «Октябрьский нефтсеһе».

Ағас ҡаланың иҫтәлекле урынына әүерелгән дә инде. Күптәр көҙгө сирень янында фотоға төшөп, «Октябрҙә сирень сәскә атты!», «Бындай хәлде Башҡортостанда ғына күрергә мөмкин» тигән һәм башҡа яҙыуҙар менән фотоһүрәттәрен социаль селтәргә һала.

Һуңғы йылдарҙа ағастарҙың көҙө көнө сәскә атыуын йыш осратырға мөмкин. Бынан алдараҡ агентлыҡ Бәләбәй районындағы Елизавета ҡорамы янында сирендең бер йылда икенсе тапҡыр сәскә атыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Ботаниктар бындай күренеште мөғжизә тип иҫәпләмәй һәм, мәҫәлән, әгәр яҙ ныҡ һалҡын булһа, ағастар сәскә атып өлгөрмәй, тип аңлата. Көндәрҙең һалҡын тороуы һәм температураның ҡапыл үҙгәреүе көҙгөһөн сәскә атыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Һуңғы арала был күренеш йыш күҙәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть