Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә билдәле ҡурайсылар «Ҡурай баттл» алышына сыға

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә билдәле ҡурайсылар «Ҡурай баттл» алышына сыға. Башҡарыу оҫталығында дүрт пар музыкант көс һынаша. Ишморат Илбәков – Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Рушан Биктимеров – Илшат Ишморатовҡа, Морат Йәноҙаҡов – Илнур Хәйруллинға, Илмир Ҡоҙабаев Марсель Сәйетовҡа ҡаршы сығыш яһай. Алышты Өфө эстрада театры ойоштора.

«Был уй күптән килеп тыуҙы. Ниндәйҙер яңы, ғәҙәти булмаған, ҡыҙыҡлы тамаша уйлап сығарырға теләнек, — тине Заһир Ҡотлосурин. — Беҙҙә халыҡ өсөн милли саралар аҙ. Мәҙәни тормошобоҙҙо бер аҙ төрләндерергә кәрәк».

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, алыштың тәүге өлөшөндә музыканттар халыҡ көйҙәрен уйнаясаҡ, икенсеһендә – музыка ҡоралдары оҙатыуында сығыш яһаясаҡ. Бының өсөн Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры һәм баянсы Рэм Гәрәев саҡырылған. Ринг-анонсер ролендә – радиотапшырыуҙар алып барыусыһы Фирҙәт Ғәлиев, рефери – билдәле шоумен һәм пародия оҫтаһы Илсур Тайсин. Проектта Марсель Ҡотоев һәм Азамат Тимеров башҡарыуында ҡурай тураһында йырҙар яңғыраясаҡ, ҡурай оҙатыуында бейеүҙәр буласаҡ, концертты «Һылыуҡай» студияһы биҙәйәсәк.

Ҡурайсыларҙың көҙгө баттлы 27 октябрҙә Конгресс-холда үтә. Ошо формат уңышлы килеп сыҡһа һәм ҡыҙыҡһыныу уятһа, яҙғыһын тағы ла бер шуға оҡшаш турнир ойоштороу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть