Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондында етәксе алмашынды – киң мәғлүмәт саралары

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондында етәксе алмашынды. Владислав Туманин Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры вазифаһын бушатты, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары. Предприятиеның баш инженеры урынбаҫары Роберт Шәйбәков генераль директор вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Владислав Туманин Фондты 2015 йылдың ғинуарынан етәкләне. Торлаҡ төҙөлөшө фонды – республикала торлаҡ төҙөлөшө фондының яҡынса 15 процентын биләүсе ҙур төбәк төҙөүсеһе. Былтыр Торлаҡ төҙөлөшө фонды Башҡортостандың стратегик предприятиелар исемлегенән төшөрөлдө. 2016 йылда фондтың кереме 642,72 миллион һум тәшкил итте, унан алда 535,22 миллион булған, таҙа табыш 99,7 миллиондан 24,6 миллион һумғаса кәмегән. Таҙа активтарҙың хаҡы 5,17 миллиардтан 5,13 миллиард һумға тиклем аҙайған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть