Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республика уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың уҡытыусылар берләшмәһен Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.

«Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогик хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе ысын күңелдән Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!

Был байрам һәр ҡайһыбыҙ өсөн ҡәҙерле. Ул иҫтәлекле мәктәп һәм студент йылдарына алып ҡайта, остаздарыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдереү мөмкинлеген бирә, изге уҡытыусы хеҙмәтенең юғары әһәмиәтен билдәләй.

Һеҙҙең профессияғыҙҙы ижади эҙләнеүҙәрһеҙ һәм даими үҙ-үҙеңде камиллаштырыуһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Мәғариф системаһы тәжрибәле оҫталарҙы һәм йәш талантлы педагогтарҙы, бик күп уҡытыусылар династияһын берләштерә. Улар өсөн балалар менән эшләү ысын булмыш ул.

Республикала һеҙҙең уңышлы эшләүегеҙ, уҡытыусы һөнәренең статусын күтәреү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыла. Һеҙ уҡыусыларға яңы белем донъяһына ишек асаһығыҙ, уларҙа үҙаллылыҡ һәм даими үҫешеү теләген үҫтерәһегеҙ, үҙегеҙ өлгө күрһәтеп, юғары әхлаҡи йүнәлеш бирәһегеҙ.

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, тәрән аҡылығыҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ һәм балаларға ҡарата ысын һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, илһам һәм бөтә изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!», – тиелә ҡотлауҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть