Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Бөрө районында ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 7 авгусҡа ҡарата төндә Үгеҙ ауылында булды, мансардалы ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Янғында туғыҙ кеше һәләк булды, уларҙың бишәүһе балалар. Иң бәләкәйенә ни бары бер йәш булған. Фажиғәнән өс кеше генә иҫән ҡалды – янғында тормош иптәшен һәм өс балаһын юғалтҡан йорттоң хужабикәһе, уның ҡәйнәһе һәм өлкән туғаны.

Улар өсөн бер ай эсендә бағыусыларҙың һәм республиканың бюджтеттан тыш сығанаҡтары иҫәбенә йорт һалынды. Уны элеккеһенең урынында күтәрҙеләр, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Өйҙә йорт йыһаздары һәм техника бар, һәр бүлмә янғынға ҡаршы датчик менән тәьмин ителгән. Унан бигерәк, бындай хәбәр ебәреүсе ҡоромалдар ауылда һәм балалар йәшәгән һәр йортта ҡуйылған.

Өй туйлаусылар өсөн ваҡиға шатлыҡлыларҙан түгел – бөтә ғаиләне юғалтыуҙы кисереү ныҡ ауыр.

Шул арала янғын һәм кешеләрҙең үлем осрағы буйынса тикшереү эше әле лә дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть