Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләр яратҡан уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға открытка ебәрә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Уҡытыусылар көнө хөрмәтенә Өфөлә «Яратҡан уҡытыусыңды ҡотла» акцияһы уҙа. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусы фойеһында (Октябрь революцияһы урамы, 3) уҡытыусыңа открытка йәки хат ебәрергә мөмкин. 6 октябргә тиклем бында Рәсәй Почтаһының күсмә бүлексәһе эшләй.

Юғары уҡыу йортоноң символикаһы менән байрам открыткалары акцияла ҡатнашыусыларға бушлай таратыла. Студент, мәктәп уҡыусыһы һәм үтеп барыусы – теләгән һәр кем открытканы тултыра, мәктәптең адресын табып, ҡотлауҙы конвертҡа һалып, уны почта йәшнигенә төшөрә ала.

«Студенттар ҙур теләк менән ҡатнаша, открыткалар тултыра. Студенттар ғына түгел, хатта олоғайған сығарылыштар ҙа килә», — тип һөйләне вуздың йәмәғәтселек һәм реклама менән бәйләнеш буйынса бүлек етәксеһе Юлиә Хөснөтдинова.

Акция Өфөлә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Был ваҡыт эсендә мәктәп, юғары уҡыу йорттары, училище һәм колледж уҡытыусыларына 8 мең самаһы открытҡа ебәрелде. Былтыр акцияла 3 меңләп кеше ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть