Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда район гәзите журналистары «Минең беренсе уҡытыусым» конкурсы еңеүселәрен ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары хөрмәтенә «Бүздәк яңылыҡтары» гәзите иғлан иткән «Минең беренсе уҡытыусым» конкурсына редакция мәктәп уҡыусыларынан, пенсионерҙарҙан һәм уҡытыусыларҙың үҙҙәренән тиҫтәләгән хат алды.

«Бүздәк ауылының 2-се мәктәбе, Ҡаран, Рассвет мәктәптәре уҡыусылары айырыуса әүҙемлек күрһәтте», — тип һөйләне Бүздәк мәғлүмәт үҙәге директоры Данил Туҡтамышев Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта конкурсҡа йомғаҡ яһап.

Редакция уҡытыусылар һәм балалар араһында йомғаҡ яһаны.

Үҙенең беренсе уҡытыусыһы – бер туған апаһы тураһында Ҡаран мәктәбенең туған тел уҡытыусыһы Зөлфиә Мансурова тулҡынландырғыс итеп, саф күңелдән яҙған.

Ул һәм Ҡаран мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Асия Сәмиғуллина, Сабай мәктәбенән рус теле уҡытыусыһы Зенфира Сәйетова конкурс еңеүселәре тип танылды, улар редакцияның дипломдарына һәм аҡсалата бүләктәренә лайыҡ булды.

Бихисап мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары тураһында инша яҙған. Район гәзите мөхәррире иҫтәлекле бүләктәрҙе һәм дипломдарҙы ижади конкурста еңеүселәргә Бүздәк ауылынан апалы-һеңлеле Аделина һәм Камила Ардувановтарға, Ҡаран мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Азалия Ялаловаға, Рассвет мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы Элина Ибраһимоваға тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр баҫмала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть