Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Күренекле башҡорт шағиры тураһында «Бабич» фильмын Силәбелә күрһәттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Силәбелә «Уралым» телетапшырыуының юбилей кисәһе сиктәрендә «Бабич» башҡорт фильмының премьераһы үтте. Шул кис Пушкин исемендәге кинотеатрҙа Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр һәм урындағы халыҡ йыйылды. «Фильмды күрһәтеүҙе ойоштороусыларға һәм шәхсән рәүештә Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллинға оло рәхмәт», — тине фильмдың режиссеры Булат Йосопов.

Тамашасылар Башҡортостан кинематографистарының яңы эше тураһында тәъҫораттары менән уртаҡлашты. Күптәре премьераны көтөп алған.

«Ниһәйәт яратҡан башҡорт шағиры – ижады халҡым тураһында ысын әҫәрҙәргә күп тапҡыр илһамландырған шағир хаҡында фильм. Әммә фильмдың скептицизм өлөшө менән барғанын танырға тейешмен. Башҡаларҙан айырылып торған шәхестең һәм шул болалы дәүерҙең бөтә киҫкен боролоштарын сағылдырыуы бик ауыр икәнлеген бик яҡшы аңлайым. Шуның менән фильм авторының Бабичтың эске донъяһына нисек баҫым яһауын күреүе үтә ҡыуаныслы. Шағирҙы яфаландырған икеләнеүҙәр һәм ғазаптар уның ижадында ла уҡыла: ул көҙгө кеүек шул ҡатмарлы осорҙоң миллионлаған ғазаплы фекерен сағылдырған. Авторҙар быны лайыҡлы күрһәтә алған», — тип яҙған йәш шағир Марат Дауытов.

Сентябрҙә «Бабич» фильмын Магнитогорскиҙа күрһәттеләр, октябрҙә картинаны Башҡортостан буйлап күрһәтеү дауам итә.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть