Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Үрге Тәтешлелә йәйәүлеләр өсөн күпер асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Тәтешле районы үҙәгендә Бәрмүш йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер асылды. Йылғаның икенсе ярында йәшәүселәр үҙәккә тиклем тиҙерәк барып етеү өсөн күпер кәрәклеген билдәләп, тейешле сумманы йыйған. Төп финанслау саралары «Ысын эштәр» партия проекты сиктәрендә килгән.

«Проект районда бына инде бер нисә йыл эшләй. Йыл һайын яңы объект файҙаланыуға тапшырыла. Юлдар, шишмәләр төҙөкләндерелә, зыярат кәртәләре яңыртыла», — тип билдәләне күперҙе асыу сараһында ауыл советы башлығы Рәмил Йәмилев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть