Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 1917 йылғы Октябрь революцияһының әһәмиәтенә фекер алышыу була

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Рәсәйҙә 1917 йылғы революцияның 100 йыллығына арналған «1917 йылғы революция. Башҡортостан» темаһына Республика ғилми конференцияһы уҙасаҡ. Сара 23 октябрҙә Республика Хәрби Дан музейы базаһында үтә.

Конференция Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Ресупбликаһы мәҙәниәт министрлыҡтары эгидаһы аҫтында уҙғарыласаҡ. Конференцияның төп маҡсаты – уҙған быуат тәжрибәһе аша 1917 йылғы революцияның Рәсәй һәм Башҡортостан тарихының үҫеше барышына әһәмиәтен аңлап етеү. Сарала ҡатнашырға 1917 йылғы революция проблемалары менән шөғөлләнеүсе музей белгестәре, ғалимдар һәм уҡытыусылар саҡырыла. Конференция форматы ҡатнашыусылар араһында тәжрибә уртаҡлышыуҙы күҙ уңында тота, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Конференция эшендә ҡатнашыу өсөн доклад менән һәм унһыҙ ҡатнашыусыларҙың ғаризаларын 2017 йылдың 10 октябренә тиклем электрон төрҙә museumforum@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк. Конференция материалдары буйынса доклад тезистарынан йыйынтыҡ баҫыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть