Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Өфө йортоноң ғәҙәттәге йорт йыһаздары» күргәҙмәһе асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Боронғо Өфө» музейы «Өфө йортоноң ғәҙәттәге йорт йыһаздары. XX быуаттың тәүге яртыһы» тигән яңы күргәҙмәне асты. Күргәҙмәлә йорт эсе реконструкцияһы, йыһаздар, кейем-һалым һәм баш кейемдәре, халыҡтарҙың сигеү өлгөләре, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, үҙешмәкәр оҫталарҙың ҡоралдары күрһәтелгән.

Быға оҡшаш тәүге тематик күргәҙмә апрель айында «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә үтте, унда XIX быуат һуңындағы – XX быуат башындағы Өфө йорттарынан алынған 11 яңыртылған ағас тәҙрәләр тәҡдим ителде, тип хәтергә төшөрҙө музейҙың директоры Гәүһәр Батталова.

Күргәҙмә Урман техникумы урамы, 49 адресы буйынса «Боронғо Өфө» музейының фонд һаҡлағысы залында (ТК «Октябрь» сауҙа комплексы туҡталышы) үтә һәм 17 ноябргә ҡәҙәр бара.

XX быуат башындағы Өфө йорттарының ысын һәм яңыртылған интерьерҙары рәссам А.Э.Тюлькиндың, яҙыусы М.Ғафуриҙың йорт-музейҙарында, һуңғараҡ осорҙағылар – С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында һаҡланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть