Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә баш ҡаланың иң яҡшы атаһын билдәләргә ниәтләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

15 октябрҙән 1 ноябргә ҡәҙәр «Минең ғаиләм – минең байлығым» ҡала программаһы сиктәрендә «Баш ҡаланың иң яҡшы атаһы-2017» атайҙар ҡала конкурсының район этабы уҙғарыласаҡ, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.

Конкурста уҡыуҙа йәки хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштарға өлгәшкән икәүҙән күберәк бала тәрбиәләүсе атайҙар ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы ирекле формала өс минутҡа тиклем видеопрезентация, аныҡ төшкән 10 ғаилә фотоһын, атайҙың һәм балаларҙың ҡаҙаныштарын тасуирлаусы тексты тапшыра. Район этабында еңеүселәр ҡала конкурсында ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть