Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда мөһим дарыу препараттарына хаҡтар тотороҡло һаҡлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2017 йылдың сентябренә ҡарата иң кәрәкле һәм мөһим дарыуҙарға хаҡтар тотороҡло ҡала. Август айында Башҡортостандың дарыуханалар селтәрендә етештереүселәрҙең хаҡтарына өҫтәмәләр кимәле 24,5 процент тәшкил иткән һәм уҙған йыл менән сағыштырғанда артыу күләме бер проценттан аҙыраҡ. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин рәйеслегендәге координация кәңәшмәһендә шундай мәғлүмәттәр яңғыраны.

Төбәктең дауалау учреждениеларында, ваҡлап һатыу селтәрендә дарыуҙарҙың арзан булыу мәсьәләһе баш федераль инспекторҙың махсус контроленә алынған.

«Ни өсөн беҙ бөгөн ошо теманы күтәрәбеҙ? Сөнки был — кешеләрҙең тормошо һәм һаулығы. Препараттар менән тәьмин итеү мәсьәләләре ниндәйҙер ағымдағы процестарға бәйле булырға тейеш түгел», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Закомалдин.

Кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, Башҡортостанда иң кәрәкле һәм мөһим препараттар исемлегендәге дарыуҙарҙың ассортименты бар. Ләкин Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Росздравнадзор) республика идаралығы етәксеһе Динара Ғашимова былтыр шәкәр кимәлен кәметеүсе препараттарҙың етмәүе күҙәтелгән хәлде иҫкә төшөрҙө. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Нәзирә Минһажева әйтеүенсә, әле бындай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың  барыһы ла эшләнә. Быйыл тәүге тапҡыр иң кәрәкле һәм мөһим препараттар исемлегендәге дарыуҙар республика ҡаҙнаһы иҫәбенә элеккесә бер йылға түгел, ә ике йылға һатып алына.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть