Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләкәндә бар уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Дәүләкәндә 260 балаға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана. Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әле объектты тапшырыу тураһында документтарға ҡул ҡуйыу буйынса һуңғы процедуралар башҡарыла.

Балалар баҡсаһының дөйөм хаҡы — 137,3 миллион һумдан ашыу. Төҙөлөш уҙған йылдың июлендә башланғайны.

Төҙөүселәр әйтеүенсә, Дәүләкәндәге балалар баҡсаһы типовой проект буйынса төҙөлгән. Ләкин хәҙерге технологиялар һәм ҡарарҙар бар уңайлыҡтары булған ошондай объекттар төҙөргә мөмкинлек бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть