Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ольга Емельянованы үлтереүсе үҙ ғәйебен таныны – туғандары

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ольга Емельянованы үлтереүсе үҙ ғәйебен таныны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡатындың туғандары һөйләне. 22 сентябрҙә Ольга үҙенең танышына ебәргән фотола ла тап ошо кеше һүрәтләнгән. Тәфтиш органдары Ольга Емельянованың һәләк булыу сәбәптәре һәм шарттары тураһында рәсми мәғлүмәт бирҙе.

«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә туғандары ерләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорай. Аҡса йыйыу иғлан ителгән. Ольганың бер туғаны Татьяна әйтеүенсә, уны иртәгә Салауатта ҡала зыяратында ерләйҙәр.

Кисәнән бирле социаль селтәрҙә туғандары, таныштары, коллегалары, мәктәптең ата-әсәләр комитеты, таныш булмаған кешеләр изге күңелле кешене, матур ҡатынды һәм яратҡан әсәне юғалтыуға бәйле туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерә.

Уның иренең апаһы Вероника ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Ольганың ике балаһы: 10 йәшлек улы һәм 2 йәшлек ҡыҙы ҡалды. Иртәгә ҡыҙыҡайға өс йәш тула.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Салауат ҡалаһынан алыҫ булмаған урманда, хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек ике бала әсәһен эҙләгән урында, 28 сентябрь көндө кис ҡатындың кәүҙәһен таптылар. Туғандары уның Ольга Емельянова икәнлеген рәсми рәүештә раҫланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть