Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Аньхой делегацияһы Хуаншандың туғандаш ҡалаһы Стәрлетамаҡта булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Ҡытайҙың Аньхой провинцияһының эшлекле даирәләр делегацияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһына барҙы. Был «Волга — Янцзы» форматында яуап сәфәре булды. Стәрлетамаҡ башлығы Владимир Куликов июнь айында Аньхойға сәфәре барышында «Стәрлетамаҡ һәм Хуаншань ҡалалары араһында туғандаш мөнәсәбәттәр урынлаштырыу тураһындағы хат»ҡа ҡул ҡуйҙы. Хуаншань — Аньхойҙағы ҙур ҡала округтарының береһе, унда 1,47 миллион кеше йәшәй.

Башҡортостандағы туғандаш ҡалала Ҡытай эшҡыуарҙары һәм власть вәкилдәре Стәрлетамаҡтың социаль һәм сәнәғәт объекттары менән танышты. Делегация етәксеһе — Аньхой провинцияһы хөкүмәтенең сит ил эштәре канцелярияһы бүлеге начальнигы урынбаҫары Чэн Хуайцзюнь Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан төбәкте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Рәсәй Федерацияһы менән хеҙмәттәшлек схемаһы булдырылған да инде, һәм Хуаншань, Стәрлетамаҡтың туғандаш ҡалаһы булараҡ, артабан иҡтисади һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенә өмөт итә», — тип билдәләне Чэн әфәнде.

Делегация ағзалары Башҡорт дәүләт университетының филиалында булды һәм технопарк менән танышты. Әлеге ваҡытта технопаркта 150-гә яҡын бала электр техникаһын, робот техникаһын һәм башҡа программаларҙы өйрәнә. Юғары уҡыу йорто директоры Алексей Ковальский университеттағы яңылыҡтар хаҡында һөйләне, ҡунаҡтар иһә студенттар менән аралашты.

Делегация ағзалары ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт менән бергә «Инмаш» концерны биләмәһендә урынлашҡан «РускоЛифт» компанияһының етештереү процесы менән танышты. Сәфәр ҡаланың тарихи өлөшөндә йәйәүлеләр зонаһы буйлап экскурсия менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть