Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында етем балалар фатир асҡыстары алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөләге балалар йорттарының 19 тәрбиәләнеүсеһе яңы фатир асҡыстары алды. Улар Кузнецов затонында урынлашҡан яңы йорттарҙа йәшәйәсәк. Кисә «Мегаполис. Бала саҡ территорияһы» халыҡ-ара форумы барышында асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы булды.

Өфө башлығы йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 150-нән ашыу бала фатир асҡыстары аласағын билдәләне. «Әлбиттә, бындай балалар аҙыраҡ булһын ине. Был бик ҡатмарлы социаль бурыс, ләкин дөйөм көс менән уны хәл итә алабыҙ», — тип билдәләне мэр.

Йыл һайын Башҡортостандың баш ҡалаһында ата-әсә ҡарауынан ҡалған етемдәргә яңы торлаҡ асҡыстары тапшырыла. 2017 йылдың беренсе кварталында ғына 53 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Төрлө йылдарҙа Затон, Дим, Максимовка, Инорс, Шакша, Кузнецов затоны кеүек биҫтәләрҙә торлаҡ һатып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть