Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сентябрҙең һуңғы көндәрендә төбәктә ниндәй һауа торошо көтөлә: синоптиктар фаразы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Сентябрҙең һуңғы көндәрендә Башҡортостан биләмәһендә һалҡын атмосфера фронты өҫтөнлөк итә. Көндөң болотло, урыны менән бер аҙ ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә ҡырау төшөүе ихтимал. Ел төньяҡтан.

29 һәм 30 сентябрҙә һауа температураһы көндөҙ +3,+8, төндә +0,+5 градус, аяҙытҡанда 0,-5 градусҡа тиклем.

Өфөлә иң һалҡын көн шәмбегә тура килә, таңға ҡарай ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Термометр бағанаһы +6 градустан күтәрелмәйәсәк. Һуңынан болоттар тараласаҡ, төндә ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ бер аҙ йылытасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть