Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ольга Емельянова һәләк булған: ҡот осҡос табылдыҡ тураһында хәбәр раҫланды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Салауат ҡалаһынан алыҫ булмаған урманда, хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек ике бала әсәһен эҙләгән урында, Ольганың кәүҙәһен тапҡандар. Туғандары табылған кәүҙәнең Ольга Емельянованыҡы икәнлеген рәсми рәүештә раҫланы.

«Дуҫтар, эҙләүҙә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Беҙҙең туғаныбыҙ был донъяла юҡ инде!» — тип яҙҙы эҙләү төркөмөндә Ольганың апаһы һәм әлегә башҡа мәғлүмәт белмәүен хәбәр итте. Эҙләүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһе лә туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.

Был хәл алты көн элек башланды. Ольга көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла эшенән сыға, ләкин өйөнә ҡайтып етмәй. Ҡатын үҙенең тыуған көнөнә бер көн ҡалғас юғалды.

Һуңынан уны Салауат ҡалаһынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ергән ауылында күреүҙәре хаҡында хәбәр ителде. Артабан Ольга Емельянованың таныш булмаған ир-егеттең машинаһында китеп барған фотоһы социаль селтәргә һалынды. 28 сентябрь көнө кискеһен урманда йәш ҡыҙҙың кәүҙәһе табылыуы, уның Ольга булыу ихтималлығы тураһында хәбәр килде. Бер нисә сәғәттән ҡос осҡос хәбәр раҫланды.

Ольганың ике балаһы: 10 йәшлек улы һәм 2 йәшлек ҡыҙы ҡалды.

Теги: эҙләү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть