Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ете гимназия уҡыусыһы ағыуланып дауаханаға эләккән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернаттың ете уҡыусыһы киҫкен ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға һалынған. 2017 йылдың 28 сентябрендә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо хаҡта хәбәр килде.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылдың 27 сентябрендә кискеһен Сибай гимназия-интернатынан 11-17 йәшлек 13 уҡыусы үҙҙәрен насар тойоу сәбәпле ҡала дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың етәүһенә вируслы киҫкен гастроэнтерит диагнозы ҡуйылған. Хәҙер балаларҙың сәләмәтлек торошло ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.

Әлеге ваҡытта тикшереү саралары алып барыла. Тикшереү йомғаҡтары буйынса  ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итте Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.

Республика прокуратураһында билдәләүҙәренсә, белгестәр эпидемиологик, шулай уҡ бактериологик һәм вирусологик тикшереүҙәр үткәрә. Тикшереү барышында уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу һәм уларҙың белем биреү ойошмаһында хәүефһеҙ йәшәү шарттарын тәьмин итеү йәһәтенән гимназия хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть