Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар фестивале уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар фестивале уҙғарыла. 24-26 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һарытау ҡалаларындағы композиторҙар мәктәбе вәкилдәре йыйыла. Рәсәй композиторы һәм виолончелдә уйнаусы Ярослав Судзиловскийҙың килеүе көтөлә.

Фестивалдә Рәсәй композиторҙарының музыкаһын, ҡаҙаҡ авторҙарының әҫәрҙәрен тыңларға мөмкин. Сара барышында Милли симфоник оркестр (етәксеһе Раушан Яҡупов) һәм Дәүләт академия хор капеллаһы (етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина) ҡатнашлығында симфоник һәм хор концерттары, камера әҫәрҙәренән программа һәм Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының (етәксеһе Линар Дәүләтбаев) сығышы ҡаралған. Концерттар Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында, Өфө сәнғәт училищеһының концерт, Шаляпин залдарында үтә.

Әлеге музыкаль форумдың төп маҡсаты — музыка һөйөүселәрҙе йәш композиторҙарҙың әҫәрҙәре менән таныштырыу һәм яңы ижад итә башлаған авторҙарға ижади үҫеш өсөн мөмкинлек биреү, тип билдәләне Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева. Уның һүҙҙәренсә, республиканың композиторҙар ойошмаһы йәштәр менән әүҙем эшләй, ике йыл эсендә 10 кеше ағза итеп алынған.

Фестивалдә ҡатнашыусылар иҫәбендә — Башҡортостандың йәш авторҙары: Алина Әхмәтова, Шәүрә Сәғитова, Виринея Белоусова, Шәүрә Ғәббәсова, Фәнил Ибраһимов, Галина Зиганова, Булат Исламов һәм башҡалар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть