Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Психиатрия клиникаһынан ҡасҡан пациентты Өфөнөң үҙәгендә тотҡандар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Психиатрия дауаханаһынан ҡасҡан пациентты Өфөнөң үҙәгендә тотҡандар. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итеүенсә, уны полиция хеҙмәткәрҙәре граждандар менән бергә тапҡан.

«Ирҙе Совет районы биләмәһендә, Үҙәк баҙар янында тотҡандар. Полиция уны психиатрия дауаханаһына тапшырасаҡ», — тине ведомство вәкиле.

Алдан хәбәр ителгәнсә, дауахананан ҡасҡан кешегә бәйле хәбәр 26 сентябрҙә социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу алды. Билдәһеҙҙәр пациент тураһында мәғлүмәт һәм аудиояҙма тарата башланы, унда бер ҡатын пациент дауахананан ҡасҡан, ирҙең тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы бар, тип хәбәр итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть