Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда тарихи мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү буйынса «Имән Ҡала» фонды ойошторолдо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлө «Имән ҡала» баш ҡаланың мәҙәни-тарихи һәм архитектура мираҫы объекттарын һаҡлап ҡалыуға һәм тергеҙеүгә булышлыҡ итеү фонды ойошторолдо. Яңы структура бөр төркөм дини объекттарҙы төҙөп бөтөү өсөн инвесторҙар эҙләүгә тотондо ла инде. Ул, тәү сиратта, Комсомол урамындағы сиркәү һәм «Әр-Рәхим» мәсете, тип аңлаттылар баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай уҡ объекттар Сипайлово биҫтәһендә бар – төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалған сиркәү һәм ҡаланың тарихи өлөшөндәге бер төркөм объекттар, атап әйткәндә, тарихи ҡиәфәтен юғалтҡан Хәким мәсете. Уларҙы тергеҙеү һәм улар менән эшләү өсөн тейешле инвестициялар кәрәк. Бының өсөн махсус рәүештә «Имән Ҡала» фонды ойошторолдо.

Фонд менән таныштырыу сараһы уҙған көндәрҙә Өфөнөң мәҙәни мираҫын һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу буйынса Йәмәғәт советында уҙҙы. Советтың маҡсаты – мәҙәни мираҫ һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереү өсөн тарих һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, власть органдарының, ижтимағи берләшмәләрҙең һәм ойошмаларҙың үҙ-ара эш итеүен тәьмин итеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть