Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәүҙә Милләттәр йортонда үҙенсәлекле «Монисто» фотокүргәҙмәһе асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Монисто» — ошондай исем Гөлназ Макиева-Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе өсөн һайланған. 50 фотонан торған экспозиция тәүгә Мәскәүҙә Милләттәр йортонда киң тамашаға тәҡдим ителде.

Китеүсе Өфө һәм үҙенсәлекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары костюмдары – ошо үҙенсәлекле, ваҡ-төйәккә тиклем уйланылған проекттың төп темаһы. Юҡҡа сығып барған иҫке ҡала фонында хайран ҡалдырыусы тарихтар серияһы. Әсә-өләсәләренән ҡалған элекке башҡорт күлдәктәрен кейеп төшкән ҡыҙҙарҙың фотолары.

«Башҡорт костюмында төп элементтарҙың береһе – ул тин аҡса. Нәҡ баҡыр, көмөш йәки алтын тин аҡсаларынан монисто, ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо күкрәккә таға торған муйынсағы эшләнгән. Ул башҡорт мәҙәниәтендә ҙур роль уйнаған, һаҡлаусы нәмә һәм ҡатын-ҡыҙҙың социаль статус күрһәткесе лә булған. Монистоны тик ҙур һәм әһәмиәтле байрамдарға ғына таҡҡандар, һандыҡта һаҡлағандар һәм быуындан-быуынға тапшырғандар. Күптәре ғаилә ҡомартҡыһын һаҡлап ҡала алмаған: иң тәүҙә кулак тип юҡҡа сыҡҡан, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен ҡорал ҡойоуға тапшырған, — тип һөйләне проект координаторы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гөлнара Әбдерахманова. — Фотокүрҙәмәнең исеме тураһында уйланғанда һүҙлектәрҙә «монисто» һүҙенең мәғәнәһен ҡараныҡ. Был этимология «moneo» тигән латын хәбәре менән бәйле булып сыҡты, ул киҫәтеүҙе аңлата һәм нәҡ проект авторының идеяһын сағылдыра».

«Был фотолар – ысынлап та беҙҙең иҫке Өфө менән һоҡланған һуңғы быуын булып ҡалыуыбыҙ ихтималлығы хаҡында иҫкәртеү, — тип иҫәпләй Гөлнара Әбдерахманова. – Яңырыу процесы байтаҡ мегаполистар, шул иҫәптән Өфө өсөн дә хас».

Боден күле өҫтәндәге фажиғә тураһында «Дом у озера», Ләйсән Үтәшева хаҡында «Кардиограмма жизни», Ирек Зарипов тураһында «Число жизни» фильмдарын төшөрөүсе, бөтә илгә Юрий Гагариндың шәхси операторы Өфөнән Мәхмүд Рафиҡов тураһында һөйләүсе билдәле режиссер-документалист Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина был проектта яңы сифатта – фотограф булараҡ сығыш яһаны.

«Фотообъектив аша ҡараш – ул донъяны өйрәнеү генә түгел, ә хис-тойғоларҙы фильм форматынан тыш икенсе ҡараштан күрһәтеү мөмкинлеге. Һәр кадр – ул тарих, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнара Макиева-Ғәлимуллина. – Милли кейемдәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫке, ҡайһы берҙә емерек биналар фонындағы фотолар – ул иҫкәртеү һәм беҙҙең барыбыҙ өсөн берҙәм башланғысҡа акцент яһау һәм һаҡлап, яҡлап ҡалырға маташыу. Элек биҙәүестәрҙең сыңы рухи сергә эйә булыуы билдәле. Был тауыш аллаларға оҡшаған һәм яуыз көстәрҙе ҡыуған, тип иҫәпләнгән».

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар, йәш ҡыҙҙар һәм хатта балалар проекттың геройҙары булды. Улар иҫәбендә: Таңсулпан Бураҡаева, күп балалы әсә һәм композитор Шәүрә Ғаппасова, ул фотосессияла һигеҙ айлыҡ ҡыҙы Йәмилә менән ҡатнашты. Әйтеп үтергә кәрәк, Шәүрә күргәҙмәне асыу тантанаһына элек өләсәһе кейгән боронғо тин аҡсалар менән биҙәлгән үҙенсәлекле костюмда килеп, барыһын да хайран ҡалдырҙы. Проектта тағы ла бер ҡатнашыусы Фатима Янбаева менән ҡыҙыҡлы тарих бәйле. Яңыраҡ ҡына ул кейәүгә сыҡты, әммә тормошоноң төп тантанаһына ҡыҙ аҡ туй күлдәген түгел, ә башҡорт костюмын һайланы.

Әлеге ваҡытта Гөлназ Мәскәүҙә эшләй һәм яратҡан эше менән шөғөлләнә, фильмдар төшөрә.

Фотокүргәҙмә 13 октябргә ҡәҙәр эшләйәсәк, артабан уны Германияла күрһәтәсәктәр, һуңынан экспозицияны өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡарай аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть