Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөнөң бөтә райондарында ла ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөнөң бөтә райондарында ла ял көндәрендә 30 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ. Шәмбе, 30 сентябрҙә, киләһе майҙансыҡтар эшләй:

Дим районында – Дағстан урамы, 2 адресы буйынса «Магнит» гипермаркеты алдында;

Ленин районында – Солтанов урамы, 2-се йорт менән йәнәш трамвай ҡулсаһы эргәһендә һәм Әхмәтов урамы буйынса «Тулҡын» скверы алдында;

Октябрь районында – Спорт һарайы алдындағы майҙанда (Р.Зорге урамы, 41) һәм Сипайлово биҫтәһендә Рыльский урамындағы 33-сө йорттан Гагарин урамындағы 14-се йортҡа ҡәҙәр Рыльский урамы буйлап аллеяла;

Орджоникидзе районында – Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Беренсе май урамы, 14);

Совет районында – Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда (Октябрҙең 50 йыллығы, 21).

30 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә – Калинин районында Интернациональ урамында Машина төҙөүселәр урамы менән киҫелештә һәм Мушников урамы менән Баландин бульвары киҫелешендә Мушников урамы, 11 буйындағы йорт эргәһендә;

Киров районында – Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7 буйлап.

«Етештереүселәрҙең һәм һатып алыусыларҙың иғтибарын йәрминкә майҙансыҡтарында температура режимын үтәмәгәндә ит, ит аҙыҡ-түлеген һәм һөт ризыҡтарын һатыу тыйылғанына йүнәлтәбеҙ», — тип хәтергә төшөрҙөләр ҡала хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть