Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәк-ара килешеүҙәр аша кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ эше өсө нигеҙ булдырабыҙ – Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров осрашты. Төбәктәр араһында сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Төбәктәребеҙҙең партнерлығын нығытыу юлында бөгөн етди аҙымдар эшләнек – хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара – Башҡортостан һәм Омск өлкәһе араһында, шулай уҡ беҙҙең нефть химияһы кластерҙары араһында ике мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгә ошондай килешеүҙәр аша кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ эше өсөн нигеҙ булдырыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Төбәк башлыҡтарының, хакимиәттәрҙең үҙ-ара эш итеүен күреп, кесе бизнес та үрнәк ала, эшләй башлай.

Киләһе йылдан уҡ ике төбәктең нефть химияһы кластерҙары хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тәүге проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланасаҡ, тип билдәләне республика Башлығы. Улар кумол һәм фенол етештереү менән бәйле буласаҡ.

Осрашыу барышында яҡтар туризмды үҫтереү һәм мәҙәни делегациялар менән алмашыу юлы аша милли йолаларға ярҙам итеү һорауҙарына ҡағылды. Виктор Назаров Рөстәм Хәмитовты шулай уҡ октябрь айында Омскиҙа уҙасаҡ Халыҡ-ара социаль эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы.

— Бөгөн беҙ был йүнәлештә бик алға киттек. Уға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ та инә. Һеҙҙең делегацияғыҙҙы ошо форумда ҡатнашырға саҡырам, – тине губернатор. – Ысынлап та һәйбәт проекттар бар. Эйе, бөгөн маржиналь өлөш бәләкәй, әммә социаль – бик ҙур. Хәҙер байтаҡ кешеләр социаль эшҡыуарлыҡһыҙ биләмәләр үҫешенең булмауын аңлай башланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть