Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө аэропортында аэродром яңыртылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты тарихында иң ҙур аэродромды яңыртыу эше тамамланды.

Кисә, 28 сентябрҙә, тантаналы рәүештә аэродром комплексының һуңғы элементты – рулеж һуҡмағы асылды.

Яңыртыу эше 2014 йылдан барҙы, шул уҡ ваҡытта аэропорт үҙ эшен дауам итте. Беренсе этапта перроны киңәйтелде, киң фюзелажлы һауа суднолары өсөн ете туҡталыш төҙөлдө, яһалма һәм тупраҡ ҡатламлы майҙаны арттырылды. Икенсе этапта төҙөкләндерелгән икенсе яһалма осоп күтәрелеү һәм ултырыу һыҙаты файҙаланыуға тапшырылды һәм ике һыҙат араһында 1200 метр оҙонлоҡтағы тоташтырыу юлы төҙөлдө.

Төҙөкләндерелгән һуң яһалма осоп күтәрелеү һәм ултырыу һыҙаты күтәрелеү һәм ултырыу иҫәбе буйынса сикләүҙәрһеҙ киң фюзелажлы Boeing 747 һәм 777, АН-124 «Руслан», Airbus 330 самолеттарын ҡабул итә ала. Яһалма осоп күтәрелеү һәм ултырыу һыҙатының үткәреү мөмкинлеге икеләтә артты – сәғәтенә 12 самолеттан 24-кә тиклем күтәрелә-ултыра ала, күтәрелеү алдынан һәм ултырғандан һуң рулләү ваҡыты 20-нән 10 минутҡа тиклем ҡыҫҡарҙы. Һыҙатҡа II ICAO категорияһы бирелдде, был уның теләһе ҡайһы һауа торошонда тиерлек файҙаланылыуын аңлата.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреевтың һүҙҙәренсә, сафҡа индерелгән ҡеүәттәр 15-20 йыл алға аэропорт үҫеше өсөн мөмкинлектәр бирә. Быйыл башланасаҡ эске линиялар терминалын төҙөкләндереү эше киләһе аҙым буласаҡ.

Теги: самолет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть