Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгриды «Халыҡ власы» бөтә Рәсәй конкурсы призеры булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Ни өсөн балалар тимер юлы буйлап мәктәпкә йөрөй»  лонгриды «Халыҡ власы» 11-се бөтә Рәсәй журналистика конкурсы лауреаты булды. Бүләкләү тантанаһы шаршамбы, 27 сентябрҙә, Тверь өлкәһенең Вышний Волочек ҡалаһында үтте.

«Халыҡ власы» конкурсы быйыл 11-се тапҡыр уҙҙы. Уның төп маҡсаты – граждандарҙы урындағы берләшмә эштәре менән идара итеүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы журналистика тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу. Быныһында конкурстың ойоштороусылары һәм партнерҙары иҫәбендә Дәүләт Думаһының Федератив төҙөлөш һәм урындағы үҙидара һорауҙары буйынса комитеты, Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре буйынса комитеты, шулай уҡ Тверь өлкәһенең Вышний Волочек районы хакимиәте булды. Ойоштороу комитеты ағзаларының береһе Вадим Бондарь һөйләүенсә, быйыл бөтә ил журналистары 600-ҙән ашыу ғариза тапшырған.

«Ни өсөн балалар тимер юлы буйлап мәктәпкә йөрөй» тигән материал Башҡортостандың Белорет районындағы хәл тураһында һөйләй, ундағы ауылдарҙың береһендә балалар уҡыу урынына йәйәү йөрөргә мәжбүр булған. Алдан ошо материал Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть