Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм төбәк-ара кооперацияны үҫтерергә тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм төбәк-ара кооперацияны үҫтерергә тәҡдим итте. Ошо хаҡта ул Өфөлә барған ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең өсөнсө бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумының пленар ултырышында белдерҙе.

— Халҡыбыҙҙың 40 процент самаһы ауыл ерендә йәшәгән республикабыҙҙа ауыл хужалығы етештереүҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡ мөһим урынды биләй. Баҙарға сығыуҙың, үҙаллы эшләй башлауҙың ауыр булғанын аңлайбыҙ. Ә бергәләп кооперацияға йыйылғанда улар, әлбиттә, ғөмүмән башҡа эштәр башҡара, үҫеш өсөн үҙ мөмкинлектәрен киңәйтә, һатыу күләмдәрен, продукцияның сифатын арттыра, ныҡлы бизнес-структураларға үҫә ала, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был йәһәттән беҙгә халыҡ-ара кооперация ла кәрәк. Халыҡ-ара йәки төбәк-ара кооперативтарҙы булдырыу тураһында уйланырға кәрәк, улар, шул иҫәптән агросәнәғәт производстволарын да ярайһы уҡ үҫтерә алыр ине.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йөҙ йыл элек Рәсәйҙә кооператив хәрәкәте Себерҙә барлыҡҡа килде, унда кооперативсылар һөт продукцияһын етештергән, артабан уны уңышлы һатҡан. Тарихи тәжрибәгә таянып, Рөстәм Хәмитов Омск өлкәһе губернаторына төбәк-ара агросәнәғәт кооперативын ойошторорға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть