Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рөстәм Хәмитов һәм Омск губернаторы Виктор Назаров хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең III бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Омск губернаторы Виктор Назаров иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Тәү сиратта хеҙмәттәшлек илдә тәүге төбәк-ара нефть химияһы кластерын булдырыуҙы күҙ уңында тота. «Нефть химияһы бәләкәй урта эшҡыуарлыҡты иҫәпкә алып үҫешә: ул ҙур бизнесҡа ҡыҙыҡлы булмаған яңы йүнәлештәрҙе үҙ майҙансыҡтарында бәләкәй бизнесҡа тапшырырға әҙер. Килешеүҙең программаһына иң яҡшы эштәр менән алмашыу инә. Башҡортостанда ла, беҙҙә лә яңы технологиялар булғанлыҡтан, беҙ берләштек, сөнки уларҙы айырым үҫтереү ҡатмарлыраҡ һәм ҡиммәтерәк», — тип билдәләне Виктор Назаров.

Килешеү 12 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ, инвестицияларҙың күләме 200 миллиард һум тәшкил итәсәк.

ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов был осрашыуҙар тәү сиратта практик йүнәлешле булыуы менән мөһим, тип билдәләне. «Форум етәкселәр, ҙур начальниктар, йәмәғәт ойошмалары өсөн түгел, ә бизнес өсөн кәрәк. Майҙансыҡтарҙа эшҡыуарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуы күренә. Йыл башында форумды үткәреү хаҡында иғлан итәбеҙ һәм ай ярым самаһынан ғаризалар йыйыла. Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы, төбәк һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектәге бик күп хоҡуҡи, финанс, ойоштороу, практик мәсьәләләр хәл ителә», — тине төбәк етәксеһе журналистар менән осрашыуҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть