Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә хәбәрһеҙ юғалған ике бала әсәһен эҙләү эштәре Ағиҙел йылғаһына килтерҙе

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда полицейскийҙар, туғандары һәм ирекмәндәр хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек Ольга Емельянованы эҙләүен дауам итә. Бынан алдараҡ Ергәндә йәшәгән бер кеше Ольганың туғандарына шылтыратып, уға оҡшаған ҡыҙҙың үтеп барған машинала күреүе тураһында хәбәр иткәйне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда полиция һәм кинологтар ҡатнашлығында эҙләү эштәре бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Төркөм бөтә ауылды һәм яҡын-тирәләге биләмәне ҡарап сыҡты, ләкин бер нәмә лә тапманы.

Иренең туғаны Вероника «Башинформ» агентлығына бөгөн кис тағы бер төркөмдөң Ағиҙел буйын тикшерәсәге тураһында һөйләне.

«Беҙ иртән үк төркөмләп бер нисә урында булдыҡ, эҙләнек. Туғандары — һорау алыуҙа. Балалары — өләсәйҙәре менән, илайҙар, әсәләрен таптыралар. Өлкәне әсәһенең юғалыуын дуҫтарынан белеп ҡалған», — тине Вероника.

Бынан алдараҡ хәбәр ителеүенсә, 22 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-се яртылар тирәһендә ҡатын эштән — Космонавтар, 31 бульварында урынлашҡан салондан сыҡҡан һәм юғалған. Ул фотолағы кеүек кейенгән. Өйҙә уны тормош иптәше һәм ике балаһы — ун йәшлек улы Денис һәм ике йәшлек ҡыҙы Кристина көтә.

Туғандары Ольга Емельянованың ҡайҙа икәнлеген белеүселәрҙең барыһын да 02 йәки 8-987-60-44-842 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.

Теги: эҙләү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть