Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бушлай бала ҡараусылар хеҙмәтен асырға ниәтләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика Рәсәйҙең һынау режимында «Сертификатлы бала ҡараусы» проектын башлап ебәреү күҙ уңында тотолған дүрт төбәге иҫәбенә инде, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

Рәсәй президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, өс йәшкәсә балаларҙы бушлай ҡарап тора алған сертификатлы бала ҡараусылар хеҙмәтенең проекты финиш һыҙығына сыға. Ул Башҡортостанда, Вологда, Калининград һәм Белгород өлкәләрендә һынау үтә.

Костромала шуға оҡшаш проект эшләй башлаған да инде. Бында дәүләт бала ҡараусылары үҙенсәлекле балаларға ҡыҫҡа ваҡытҡа килеп китә.

Ошондай институт әҙерләүҙәре хаҡында Рәсәй президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова тәүге тапҡыр июнь айында белдергәйне. Уның әйтеүенсә, әле 320 меңгә самаһы сабый бала ҡараусылар хеҙмәтенә мохтаж. Биш миллиондан ашыу әсә балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Дәүләт бала ҡараусылары социаль хеҙмәткәр буласаҡ һәм ата-әсәләргә уларҙың хеҙмәте өсөн түләргә кәрәкмәйәсәк. «Улар махсус белемле, сертификатлы булырға тейеш, был өс йәшкә тиклемге балаларға ярҙамды һығылмалыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк», — тип вәкилдең һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Анна Кузнецова фекеренсә, был институт эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратында әҙерләнгән проект Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән, Хеҙмәт министрлыҡтарында тикшерелә. Башҡортостанда һәм башҡа өс пилот төбәгендә бушлай бала ҡараусылар хеҙмәтенең ҡасан асылыуы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт әлегә хәбәр ителмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть