Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең өсөнсө бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы асылды. Унда республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров, Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтийәр Хәкимов, ШОС һәм БРИКС илдәре, профилле министрлыҡтар вәкилдәре, рәсми делегациялар, яҡын һәм алыҫ сит ил компаниялары вәкилдәре, эксперт һәм эшҡыуарлыҡ структуралары, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

28 һәм 29 сентябрҙә баш ҡалала ШОС һәм БРИКС киңлегендә ҡаршылыҡһыҙ хеҙмәттәшлек шарттарына, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа финанс, хоҡуҡи һәм инфраструктура яғынан ярҙам итеүгә, экспорт йүнәлешендәге сараларҙың позицияларын көсәйтеүгә арналған бер нисә тематик майҙансыҡ эшләй.

Шуның менән бергә Рәсәйҙә һәм сит илдәге бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының уңышлы проекттары менән таныштырыу ҡаралған.

Бынан тыш, форумда эшлекле бәйләнештәр биржаһы һәм күргәҙмә, бизнесты үҫтереү институттарының консультация майҙансыҡтары, делегациялар һәм айырым ҡатнашыусылар өсөн таныштырыу майҙансыҡтары эшләй. Ошо башланғыс һөҙөмтәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдергән партнерҙар таба, һөйләшеүҙәр үткәрә һәм перспективалы килешеүҙәр төҙөй ала.    

Форум йомғаҡлау пленар ултырышы менән тамамлана, унда тематик майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларҙың отчетын тыңлау һәм форумдың резолюцияһына тәҡдимдәр индереү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть