Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 6 градус һалҡынға тиклем ҡырау төшөүе ихтимал — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 29 сентябрҙә төбәктә урыны менән 6 градус һалҡынға тиклем ҡырау төшөүе көтөлә.

Был көндә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +0,+5, көндөҙ +3,+8 градус тәшкил итәсәк.

Тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүгә бәйле ауыл хужалығы культураларына һәләк булыу хәүефе янай. Белгестәр үҫентеләрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса саралар күрергә кәңәш итә. Үҫемлектәрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн уларҙы полимер пленка, һалам менән ябырға кәрәк.

«Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын үтәү зарур. Өйҙән сыҡҡанда тәҙрәләрҙе, балкондың ишеген ябығыҙ, электр приборҙарын тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ. Төҙөк булмаған электр приборҙарын файҙаланмағыҙ», — тип иҫкәрттеләр халыҡты ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть