Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда сентябрҙә юғары эш хаҡы түләнгән вакансияларҙы атанылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

HeadHunter порталы аналитиктары сираттағы вакансиялар рейтингын төҙөнө. Башҡортостанда ошо вакансиялар өсөн байтаҡ аҡса — 50 мең һумдан ашыу тәҡдим итәләр.

Сентябрҙә тәүге бишәү иҫәбенә талап ителгән өлкәләр ингән: һатыуҙар — 36%, эшсе персонал — 14%, төҙөлөш — 12%, етештереү — 11%, банктар, инвестициялар һәм лизинг — 11%.

Монтаж идаралығы етәксеһен көҙҙөң тәүге айындағы иң «ҡиммәтле» вакансия тип танығандар. Бындай вазифала эшләгән кешегә айына 120 мең һумдан ашыу түләргә вәғәҙә итәләр. Һатыу буйынса менеджерҙың да айлыҡ хеҙмәт хаҡы 120 мең һумдан башлана.

Баш белгес вакансияһы рейтингтың өсөнсө баҫҡысын биләй — айына 90 мең һум. Артабан магазин директоры (80 мең һум) һәм интерфейс дизайнеры (50 мең һумдан алып) килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть