Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы тәүге күсмә серияның һуңғы матчында «Лада» менән осраша

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Бөгөн, 28 сентябрҙә, «юлаевсылар» Тольяттиҙың «Лада»һында ҡунаҡта. Өфө командаһының бик үк уңышлы булмаған күсмә серияһы тамамлана: «Салауат Юлаев» Екатеринбургтың «Автомобилист» (4:0) һәм Силәбенең «Трактор» (3:2) командаларынан ике тапҡыр рәттән еңелде.

Әле Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәре Континенталь хоккей лигаһының көнсығыш конференцияһында алтынсы, ә бөгөнгө дәғүәселәр, Тольяттиҙың «Лада»һы, 13-сө урында килә. Боҙ хужалары еңеүҙе оҙаҡ көттө һәм уҙған шишәмбе, ниһайәт, овертаймда «Сочи» хоккей клубын еңде.

Хоккей эскперттары көйәрмәндәрҙе алдағы уйында еңеүҙең «Салауат» яғында буласағына ышандыра.

«Лада» (Тольятти) — «Салауат Юлаев» (Өфө) командаларының осрашыуы Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть