Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Суд «Система»ның арест һалынған акцияларҙан дивиденд алыуын тыйыуҙы законлы тип таныны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мәскәүҙең Арбитраж суды «Система» акционер финанс корпорацияһы һәм уның «Система-инвест» бүлендек акционер йәмғиәтенең суд приставы-башҡарыусының ҡарарын танымау тураһында дәғүәһен кире ҡаҡты. Суд «Система»ның «Роснефть» дәғүәһе буйынса арест һалынған акцияларҙан дивиденд алыуын тыйыуҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы тип хәбәр итә «Интерфакс». «Система» акционер финанс корпорацияһы был ҡарарға ялыу бирәсәк, тип хәбәр итте холдинг вәкиле Сергей Копытов.

«Система» приставтарҙың ҡарары компанияның да, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен дә тулыһынса боҙа тип иҫбатлай. Ошо эш буйынса өсөнсө яҡ сифатында сығыш яһаған «Роснефть» һәм «Башнефть» вәкилдәре, үҙ сиратында, приставтарҙың акционер финанс корпорацияһының арест һалынған акциялары буйынса дивидендтар алыуға тыйыуҙы ғәмәлдән алыу өсөн нигеҙ юҡ һәм эште ябырға кәрәк, тип белдерҙе.

Дәғүә буйынса тәьмин итеү саралары барышында Башҡортостандың Арбитраж суды 23 июндә «Система» һәм «Система-Инвест»тың «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә — 31,76 процент, «Медси»ҙа — 100  процент һәм «БЭСК» компанияһындағы 90,47 процент акцияларына арест һалды. Арест һалынған активтарҙың дөйөм баланс хаҡы 185 миллиард һум тәшкил итә, йәғни яҡынса 15 миллиард  запас менән. «Система» үҙе активтарҙың хаҡын 250 миллиард һумға баһалай.

Ошо тыйыу арҡаһында «Система» МТС-тың активынан дивидендтар рәүешендә 9,9 миллиард һумды алып еткермәне.

20 сентябрҙә «Система» акционер финанс корпорацияһы судтың ҡарарына апелляция ялыуы бирҙе.

«Роснефть» апелляцияны үҙ-ара килешеүҙән баш тартыу тип ҡабул итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть