Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡазанда «Европа-Азия» яңы музыка фестивалендә башҡорт моңо яңғырай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡазанда «Европа-Азия» яңы музыка фестивалендә башҡорт моңо яңғырай. Ҡурайҙа уйнау сәнғәте менән Ҡурайсылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, солист Артур Ғайсаров таныштыра. Ҡурайсы С. Сәйҙәшев исемендәге Ҙур концерт залында уйнаны. Концерт программаһында «Яңы музыка» камера оркестры ҡатнашты. Оркестр Вологда, Якутск, Нальчик, Өфө, Ҡазан, шулай уҡ Вьетнам композиторҙары әҫәрҙәрен башҡара. Тамашасылар ҡурай, ҡумыҙ, хомус, Кавказ гармуны кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнауҙарын тыңлай ала.

Ошо көндәрҙә программала үҙенең әҫәрҙәре менән Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилева сығыш яһай.

27-30 сентябрҙә Ҡазанда ХIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивале уҙа. Быйыл сараға Австралия, Вьетнам, Гонконг, Испания, Төркиә, Төркмәнстан һәм тәүге тапҡыр Колумбия композиторҙары, музыканттары килгән. Айырыуса Рәсәй төбәктәренән: Вологда, Кострома, Силәбе, Краснодар, Мәскәү ҡалаларынан, Башҡортостан, Удмурт, Сыуашстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Яҡутстан республикаларынан ҡатнашыусылар күп, тип хәбәр итә «Татар-информ».

Фестивалде ойоштороусылар — Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Татарстандың Композиторҙар союзы. Художество етәксеһе — Рәсәйҙең Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары, Татарстан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, композитор Рәшит Кәлимуллин.

Теги: музыка
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть