Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан — Волга буйы федераль округында хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса тәүге бишәү иҫәбендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса бишенсе урынды биләй, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо йылдың тәүге ете айында Волга буйы федераль округында эш хаҡы кимәле буйынса Пермь крайы беренсе урында тора. Унда халыҡ уртаса 31 579 һум ала, икенсе урында Татарстан килә (31 389 һум). Башҡортостанда — айына уртаса 29 047 һум.

Өсөнсө, дүртенсе һәм алтынсы урындарҙы Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Удмурт Республикаһы биләй. Исемлектең аҙағында — Сыуашстан, унда уртаса хеҙмәт хаҡы 23 661 һум тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть