Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан балалар «Летово» мәктәбе стипендиаттары була ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

25 сентябрҙән «Летово» коммерцияға ҡарамаған мәктәпкә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул 1 декабргә тиклем дауам ителәсәк. 7-11 класс уҡыусылары өсөн яңы мәктәп-пансион Подмосковьела урынлашҡан, уға бөтә Рәсәйҙән һәләтле балаларҙы йыялар.

Мәктәпкә онлайн-тест һәм асыҡ әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса уҡырға алалар. Стипендияның дәүмәле ғаиләнең табыш кимәленә бәйле – бөтә сығымдарҙы тулыһынса ҡаплауға тиклем. Шул уҡ ваҡытта бөтә уҡыусылар ҙа «Летово» мәктәбендә бушлай уҡый ала. Ғаилә табышының кимәлен бойондороҡһоҙ финанс ойошма баһалаясаҡ. «Летово» мәктәбенең дөйөм стипендия фонды – мәғариф өлкәһендә БДБ-ла иң ҙуры, ул 7 миллиард һум тәшкил итә.

7-9 класта уҡыуға ғаризаны мәктәп сайтында тапшырырға мөмкин. Тест һөҙөмтәләре буйынса 200 уҡыусы беренсе, 2018-2019 уҡыу йылына алынасаҡ. Өс йылда мәктәп тулы ҡеүәткә сығасаҡ һәм унда мең бала уҡыясаҡ, тип хәбәр иттеләр уҡыу йортонда.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть