Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин көҙгө саҡырылыш тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы: 134 мең кеше әрмегә барасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Владимир Путин 134 мең кешене әрмегә хеҙмәткә көҙгө саҡырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Тейешле ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«2017 йылдың 1 октябренән 31 декабренә ҡәҙәр 18-27 йәшендәге 134 000 кеше иҫәбендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға», — тиелә ҡарарҙа.

Документта шулай уҡ «саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт ваҡыты уҙған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы» хәрби хеҙмәттән бушатыу кәрәклеге билдәләнә.

2016 йылда көҙгө саҡырылышта Рәсәй әрмеһенә – 152 мең кеше, 2017 йылдың яҙында 142 мең кеше хеҙмәт итергә юлланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть