Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды ерле халыҡтарҙың теленә ярҙам итеү, хуплау һәм әүҙемләштереү маҡсатында Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте. Ошо башланғысты бөтә ағза-дәүләттәр, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы хупланы. Был хаҡта Европа башҡорттарының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына башҡорт телен һаҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт иткән Ойошма секретариатының яуап хатынан билдәле булды.

«Ысынлап та, был күп кенә ерле халыҡтар юлыҡҡан ҙур проблема һәм ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ҡурҡыу тыуҙыра. 2016 йылда ерле халыҡтарҙың телдәре буйынса эксперттар кәңәшмәһен ойошторҙоҡ, унда ошо һорауҙарҙы тикшерҙек», — тиелгән хатта.

«Беҙгә артабанғы хәрәкәттәр стратегияһын уйлау өсөн ошо кәңәшмәнең документтарын ҡарарға, конференцияла сығыш яһаусы белгестәр менән бәйләнешкә инергә кәңәш иттеләр», — тип хәбәр итте Швейцарияла йәшәүсе Айһылыу Йәнтурина-Дарлес.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть