Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөләге кардиология үҙәгендә балалар баҡсаһы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Балалар баҡсаһына сират менән бәйле мәсьәләне ғәҙәти булмаған хәл итеү юлын Республика кардиология үҙәгендә таптылар. Бында дауалау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн балалар баҡсаһын астылар.

Республика кардиология үҙәге етәкселеге уның ойоштороусыһы булып тора. «Кардио әсәй» мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡыҫҡа ваҡыт булыу төркөмөнә йәш ярымдан ете йәшкәсә балалар йөрөй аласаҡ.

«Бында ике сменала ҡарау, тәрбиә биреү һәм сәләмәт йәшәү тормошо нигеҙҙәренә уҡытыу ойоштороласаҡ. Шул рәүешле йәш ғаиләләргә бала тәрбиәләүҙә һәм хеҙмәт эшмәкәрлегендә ярҙам итергә теләйеҙ», — тип һөйләне Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова барыһын да ошо иҫ киткес байрам менән ҡотланы һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, нығытыу, ғаиләлә һәм йәмғиәттә ата-әсәлектең абруйын күтәреү республиканың социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа өҫтөнлөклө булып тора, тип билдәләне. Ул уңыштар теләне һәм тәүгә республика медицина ойошмаһы тарафынан ойошторолған балалар өсөн төркөмдөң бәләкәй балалары булған стационар белгестәренә яҡшы ярҙам булырына ышаныс белдерҙе.

Бина ғәмәлдәге бөтә СанПиН нормаларына тап килә. Төркөмгә инер өсөн бөтә кардиология үҙәге аша үтергә кәрәкмәй, мәктәпкәсә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн айырым ишек ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть