Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда саңғы-роллерҙарҙа уҙыш буйынса еңеүселәр билдәләнде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Октябрьский ҡалаһында саңғысылар араһында еңел атлетика кросы һәм саңғы-роллерҙары ярышы буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм беренселеге тамамланды.

Ярышта Өфөнән, Нефтекаманан, Күмертауҙан, Туймазынан, Стәрлетамаҡтан, Белореттан, Бәләбәйҙән, Учалынан, Салауаттан, Мәсетле һәм Өфө райондарынан, Түбәнге Троицк, Баҡалы, Ҡырғыҙ-Миәкә ҡасабаларынан 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Тәүге көндө спортсылар еңел атлетика кросыда алышты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр төркөмдәрендә, төрлө йәш категорияларында 1-10 саҡрым аралыҡта еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Икенсе көн саңғы-роллерҙары ярышына старт бирелде, егеттәр һәм ҡыҙҙар йәш буйынса 2-10 саҡрым аралыҡҡа ярышты.

Ярыштарҙа иң көслөләр кубоктар, маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть