Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәнә Манхэттен ҡыҫҡа метражлы кино фестивале уҙасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

28 сентябрҙән Өфөләге «Родина» кинотеатрында XX Манхэттен ҡыҫҡа метражлы кино фестивале уҙа. Кинофорум алты ҡитғаны, 43 илде, донъяның 210 ҡалаһында 180 мең тамашасыны берләштерәсәк. Улар быйылғы иң яҡшы фильмды һайлаясаҡ. Фестивальдең һуңғы сеансы Нью-Йоркта асыҡ һауалағы Union Square Park тигән паркта үтә. Унда һуңғы тауыштар фестиваль еңеүсеһен һәм наградаға лайыҡ булыусыны билдәләйәсәк.

«Бер аҙна. Бер донъя. Бер фестиваль» тигән сағыу исем аҫтында бер үк ваҡытта Мәскәүҙә һәм Нью-Йоркта, Санкт-Петербургта һәм Мадридта, Ярославлдә – Прагала, Лос-Анджелеста һәм Өфөлә, бик күп башҡа ҡалала показдар үтәсәк.

Фестивалдә тулыһынса профессиональ жюриҙан баш тарттылар. Төп судъялар сифатында тамашасылар сығыш яһай. Кинозалға килгән һәр кем бер иң яҡшы фильмды һайлау өсөн тауыш биреү бланкын аласаҡ. Ҡалалар һәм илдәр буйлап тауыш биреү йомғаҡтары фестивалде ойоштороу комитетына тапшырыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт – «Родина» кинотеатры сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть