Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Грипҡа ҡаршы вакцинаға ниндәй штамдар инә, прививка эшләтергәме? – республика халҡына киҫкен респиратор вирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса кәңәштәр биреләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы 2-16 октябрҙә грипты һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса ҡыҙыу линия ойоштора. Шылтыратыуҙар 8-800-100-47-67 телефоны буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә ҡәҙәр ҡабул ителәсәк, тип аңлаттылар Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Ведомство белгестәре грипҡа ҡаршы иммунизация өҫтөнлөктәре, вакцинаға ниндәй штамдар инеүе, грипҡа ҡаршы прививканы башҡалар менән бергә ҡуйырға яраймы, грипты йоҡтороу хәүефе һәм эҙемтәләре, грипты шәхси һәм йәмәғәт профилактикалау саралары тураһындағы һорауҙарға яуап бирәсәк.

Вакцинация ауырыуҙы төп иҫкәртеү сараһы тип иҫәпләнә. Прививка яһау кампания башланған да инде. Грипҡа ҡаршы тәүге вакциналар партияһы августа килде. Быйыл иммунизация менән республиканың 40 процент халҡын йәлеп итеү күҙаллана. Уларҙың 75 проценты «хәүеф төркөмө»нә ингәндәр: балалар, уҡыусылар, белем биреү учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәре, 60 йәштән өлкәндәр, студенттар, әрме саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәр һәм башҡалар булырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть